ӨФӨ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Көнсығыш фронты Көньяҡ армиялар төркөмөнөң 1919 й. 25 майы — 19 июнендә Өфөнө алыр өсөн үткәрелгән һөжүм итеү операцияһы; Граждандар һуғышы осоронда Көнсығыш фронттың дөйөм һөжүменең бер өлөшө. Бәләбәй операцияһы тамамланғандан һуң Көньяҡ армиялар төркөмө Көнбайыш армияны тар-мар итә һәм уны Бәләбәй ҡ. көнсығышҡа ҡарай 50—70 км алыҫлыҡҡа сигендереп, Өфөгә уңышлы һөжүм яһар өсөн шарттар тыуҙыра. Төркөстан армияһында — 28,4 мең кеше, 119 opудие, 408 пулемёт, уға ҡаршы торған Көнбайыш армияла 16,2 мең кеше, 124 opудие, 417 пулемёт иҫәпләнә. Көньяҡ армиялар төркөмө командующийы М.В. Фрунзеның планы б‑са һөжүм Көньяҡ армиялар төркөмөнөң һул флангылағы Төркөстан армияһы һәм уға беркетелгән егерме бишенсе уҡсылар дивизияһы тарафынан дауам ителергә тейеш була. Операцияға Бишенсе армияның уң флангыһы (26‑сы һәм 27‑се уҡсылар див.) ярҙам итеүе күҙ уңында тотола. Армиялар төркөмөнөң үҙәк һәм уң флангылағы ғәскәрҙәренә — 4‑се һәм Беренсе армияға — оборона мәсьәләләрен хәл итеү бурысы йөкмәтелә. Көнбайыш армияның Ағиҙел й. аръяғына ойошҡан рәүештә сигенеүенә юл ҡуймау, йылғаны Өфөнән көньяҡтараҡ кисеп, Волга буйы ғәскәрҙәре төркөмөн һәм Өфө ғәскәрҙәре төркөмөн ҡыйратыу бурысы ҡуйыла. Төп һөжүм йүнәлешендә (Өфөнән көньяҡтараҡ) был буры‑ сты Төркөстан армияһы нигеҙендә махсус ойошторолған Удар төркөм: егерме дүртенсе уҡсылар дивизияһы, 2‑се уҡсылар див. 3‑сө бригадаһы һәм 3‑сө кавалерия див.; ярҙамсы йүнәлештә (Өфөнән төньяҡтараҡ) — 25‑се уҡсылар див. атҡарырға тейеш була. 31‑се уҡсылар див. резервта ҡалдырыла. 25 майҙа Төркөстан армияһы 2 эшелонға бүленеп, бөтә фронт буйлап (135 км) һөжүм башлай. 30 майҙа Шишмә т. юл ст. баҫып ала, 2—4 июндә алдынғы частар Түб. Төкөн—Ҡыҙылъяр аа. сигендә Ағиҙел буйына сыға. 29 майҙа 20‑се див. Стәрлетамаҡ ҡ. ала. 25‑се див. Ағиҙелде аша сыға һәм 4—7 июндә 10 км үтеп инеп, бөтә фронт буйлап 8 км һуҙылған плацдарм яулай. Төркөстан армияһының һул флангыһын тәшкил иткән 5‑се армияның 26‑сы див. 3 июндә Ахлы‑ стин а. тирәһендә плацдарм биләй. Фрунзе төп ударҙы армияның уң флангыһынан һулына күсереп, 8 июндә 25‑се див. тулыһынса йылға аша сығара һәм был йүнәлештә 31‑се див. индерә. Өфө ғәскәрҙәре төркөмөнөң контратакаһын кире ҡағып, 9 июндә 25‑се див. Өфөнө ала, 10 июндә 31‑се див. Князев а. янында Өфө—Силәбе т. юлын киҫә. 14 июндә Удар төркөм Волга флотилияһы караптары ярҙамында Ағиҙелде аша сығып, 25‑се һәм 31‑се див. м‑н бергә Волга буйы һәм Өфө төркөмдәренә һөжүм яһай. Ө.о. һөҙөмтәһендә Өфө азат ителә, Көнбайыш армияның, көстәрҙе яңынан төркөмләп, Ағиҙел буйында нығыныу ниәте юҡҡа сығарыла, РККА‑ның Көньяҡ Урал терр‑яһын биләүе өсөн шарттар тыуҙырыла.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке