ӨФӨ ҠАЛА ДУМАҺЫ ВАҠЫТЛЫ КОМИТЕТЫ, Өфө губернаһының юғары власть органы. 1918 й. 5 июлендә Өфө ҡала думаһы ултырышында ойошторола. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетына (Комуч) буйһонған. Ком‑т составына рәйес һәм ағзалар (июль уртаһына — 19) ингән. Ком‑т ағзалары араһында кадет (Ю.Ю.Блюменталь), меньшевик (Ибр. Ә.Әхтәмов), халыҡ социалистарының (Ф.З.Чембулов) губерна ойошмалары лидерҙары, проф. союздар вәкилдәре һ.б. булған. Ком‑тҡа хәрби, соц., иҡт. һәм башҡа тармаҡ вәкилдәре буйһонған, вәкилдәр ҡарамағында комиссиялар һәм советтар эшләгән. Ком‑т губерна терр‑яһында Совет съездары, Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ы декреттарын һәм ҡарарҙарын ғәмәлдән сығара, совет власының адм. реформаларына тиклем эш иткән урындағы идара һәм урындағы үҙидара органдарын тергеҙә. Совет власы органдары, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары, РККА эшмәкәрлеген тикшереү башлана, ҡасып китергә өлгөрмәгән совет активистарыҡулға алына, хәрби әсирҙәр өсөн концентрацион лагерҙар асыла. Комуч бойороғона ярашлы 25 июлдә ком‑т бөтөрөлә, уның функциялары Комучтың Өфө губернаһы б‑са вәкиленә тапшырыла. Ком‑т рәйесе — В.П.Гиневский.

Әҙәб.: История Уфы: крат. очерк. Уфа, 1981; К а з а н ч и е в А.Д. Временный Комитет Уфимской Городской Думы в июле 1918 г. //Крушение царизма и граж‑ данская война на Урале. Челябинск, 1997.

А.Д.Казанчиев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018