ӨФӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯЛАРЫ, Рус армияһында. 1) 1‑се Ө.к.д. 1918 й. дек. ойошторола. Див. составына Томск гусар, Ҡазан драгун, Себер улан, Екатеринбург улан полктары, 1‑се атлы-артиллерия дивизионы инә. 1‑се Ө.к.д. Себер армияһы составында була: 1919 й. июленән — 2‑се, сент. — 1‑се; дек. — 3‑сө армияла. Граждандар һуғышы осоронда див. частары Екатеринбург ҡ. ала, 1919—20 йй. Бөйөк Себер боҙ походында ҡатнаша. 1920 й. мартында 1‑се Маньчжур атлы див. итеп үҙгәртелә. Див. нач.: ген.-лейт. Д.Я.Милович (1918 й. дек. алып), В.А. Кислицын (1920 й. ғин. алып). 2) 2‑се Ө.к.д. 1918 й. 2 нояб. Өфө губернаһында Өфө кавалерия бригадаһы частарынан ойошторола. Уның составына Өфө казак (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, кирасир), Өфө гусар, Өфө улан, Өфө драгун полктары, 2‑се атлы-артиллерия дивизионы инә. 1919 й. 9 ғин. башлап див. 2‑се Өфө армия корпусы, май аҙағынан — Урал ғәскәрҙәре төркөмө, июль аҙағынан — Көньяҡ атлы төркөм, 1920 й. окт.—ғин. — Икенсе армияның Йыйылма казак корпусы составында була. Граждандар һуғышы осоронда див. частары Бәләбәй, Боғорослан ҡҡ. ала, Бөгөлмә һәм Өфө ҡҡ. өсөн алыштарҙа ҡатнаша. РККА‑ның Бишенсе армияһы үткәргән Красноярск операцияһы (1919 й. дек. — 1920 й. ғин.) ваҡытында див. төп көстәре әсиргә эләгә, частың ҡалған өлөшө Чита ҡ. тиклем сигенеп, 1920 й. апр. Өфө гусар полкына берләштерелә. Див. нач.: полк. Павлов (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы, 1918 й. 22 нояб. — 7 дек.), ген.-майор С.С.Джунковский (1919 й. 20—21 апр., 3—8 майы, 14 май — 20 июле), подполковник В.А. Петрушевский (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы, 1919 й. 22—29 апр.), Левшиновский (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы, 1919 й. 30 апр. — 2 майы, 9—13 майы), ген.-майор В.Г. Кантакузин (1919 й. 18 окт. алып).

Әҙәб.: В о л к о в С.В. Белое движение в России: организационная структура. М., 2000.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018