ӨФӨ ДӘҮЛӘТ КӘҢӘШМӘҺЕ, 1918 й. 8—23 сент. Өфөлә үтә. Төп маҡсаты — большевиктар тарафынан баҫып алынмаған биләмәләрҙә берҙәм власть органын ойоштороу (ҡара: Граждандар һуғышы). Кәңәшмәлә кадеттарҙан, меньшевиктарҙан, халыҡ социалистарынан, эсерҙарҙан, казактарҙан (ҡара: Казак ҡатламы), Башҡорт хөкүмәтенән, Урал ваҡытлы өлкә хөкүмәтенән, Ваҡытлы Себер хөкүмәтенән, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетынан, Чехословак айырым корпусынан, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли идаралығынан, Төркөстан Ваҡытлы хөкүмәтенән, Рәсәйҙе тергеҙеү союзынан, Земстволар һәм ҡалалар союзынан һ.б. 170‑кә яҡын делегат ҡатнаша. Кәңәшмәлә “Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһындағы акт” ҡабул ителә, уға ярашлы 23 сент. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. Рәйесе — Н.Д.Авксентьев.

А.Д.Казанчиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.