ӨФӨ ГУБЕРНА КРӘҪТИӘН ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ, Өфө губернаһы крәҫтиәндәренең һайлап ҡуйылған сәйәси ойошмаһы. 1917 й. июнендә Өфөлә Крәҫтиән депутаттары советының 1‑се губерна съезында ойошторола. Советтың етәксе органы — башҡарма ком‑т (37 кеше, ш. иҫ. президиум составында — 7). Улус һәм өйәҙ советтары депутаттарынан торған. Совет эшмәкәрлегенә Социал‑революционерҙар партияһы айырыуса сәйәси йоғонто яһай. Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарға мәҙәни-милли автономия биреп, илдең федератив ҡоролошо, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем барлыҡ ерҙәрҙе ер комитеттары ҡарамағына тапшырыу, Беренсе донъя һуғышын дауам итеү һ.б. өсөн сығыш яһай. 4 дек. берләштерелгән Крәҫтиән депутаттары советының 5‑се губерна съезы м‑н Эшсе һәм һалдат депутаттары советының 4‑се губерна съезында Өфө губерна башҡарма комитеты һайлана, уның составына Крәҫтиән депутаттары советынан 25 кеше (23 һул эсер һәм 2 большевик) инә. 1918 й. февр.— июлендә Крәҫтиән депутаттарының 6‑сы губерна съезынан (Өфө) һуң эшмәкәрлеген Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советының крәҫтиәндәр секцияһы булараҡ дауам итә. Советтың башҡарма ком‑ты рәйесе — А.И.Бриллиантов. Баҫма органы — “Крестьянский депутат” (“Крәҫтиән депутаты”; 1917 й. июне — 1918 й. июне) гәзите.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.