ӨФӨ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. авг. адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са 2‑се Өфө армия корпусы нигеҙендә ойошторола. Ө.ғ.т. составына 4‑се Өфө, 12‑се Урал, 13‑сө Себер, 8‑се Кама уҡсылар дивизиялары һәм Себер казак бригадаһы инә. Ө.ғ.т. Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы составында була. Граждандар һуғышы осоронда Тубыл операцияһында, 1919—20 йй. Бөйөк Себер боҙ походында ҡатнаша. 1920 й. мартында Чита ҡ. Ө.ғ.т. 2‑се Өфө уҡсылар див. итеп үҙгәртелә. Ө.ғ.т. командующийҙары: ген.-майор Тарновский (1919 й. 19 авг. алып), С.Н.Войцеховский (29 авг. алып), Р.К.Бангерский (1919 окт. алып).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.