ӨФӨ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 47 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 725 кеше; 1989 – 1451; 2002 – 1404; 2010 – 1329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1954—56 йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке