ӨСБҮЛӘК, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Дедов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 832 кеше; 1920 – 1008; 1939 – 874; 1959 – 806; 1989 – 529; 2002 – 469; 2010 – 447 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1777 й. алып Өсбүләк исеме м‑н билдәле. 1802 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Сәйет биҫтәһенән сауҙагәр татарҙар килеп ултырған. 1866 й. 66 йортта 412 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. 2‑се ярт. алып Ҡуянлы‑Өcбүләк булараҡ теркәлгән. 1906 й. ш. уҡ татар мәктәбе күрһәтелгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Х.З.Ғафаров, Ф.Х.Сиражетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке