АПОЛЛОН (Parnassius apollo), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 9 см тиклем, аҡ (инә күбәләктеке ҡара йәки һары тәңкәләр м‑н тоноҡланған). Алғы ҡанаттарында (тышҡы сите үтә күренмәле) ҙур, ҡара, артҡыларында ҡара ҡаймалы 2 ҡыҙыл тап айырылып тора. Инә күбәләк йомро аҡ йомортҡа һала. Ҡарышлауығы ҡара, ҡабырғалары буйлап ике рәт ҡыҙғылт таптары бар. Ерҙә йоҡа ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана, ҡурсаҡтары күгелйем, оҙонлоғо 1,8—2,4 см. Формалашҡан ҡарышлауыҡтар йомортҡа ҡабығында ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июлдә, көндөҙ оса. Өлкән бөжәктәр — үҫемлек сәскәһенең нектары, ҡарышлауыҡтар кәрләстең төрлө төрҙәре м‑н туҡлана. БР‑ҙың таулы райондарында йәшәй. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.