ӨРШӘКБАШ‑ҠАРАМАЛЫ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш‑Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2362 кеше; 1920 – 2685; 1939 – 1503; 1959 – 1343; 1989 – 772; 2002 – 724; 2010 – 620 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, Ғөбәйҙуллин М.Х. музейы, мәсет бар. Ауылға 1755 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡарамалы исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 81 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. Өршәкбашта (Ҡарамалы, Ямғырсы) 220 йортта — 1226 кеше. Умарт‑ҡ, игенселек, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 7 кибет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) 2 мәсет, бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. М.Х.Ғөбәйҙуллин, Р.И.Сәйетов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.