ӨРШӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 37 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 428 кеше; 1959 – 371; 1989 – 503; 2002 – 476; 2010 – 413 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1929 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Өршәкбаш‑Ҡарамалы а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Һуңыраҡ ауылға Бүләк а. (1929 й. нигеҙләнгән) ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.