ӨРГӨН, М у л д а ш, Учалы р‑нындағы ауыл, Учалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. табан 16 км һәм Учалы т. юл ст. 8 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 919 кеше; 1920 — 1191; 1939 — 644; 1959 — 647; 1989 — 581; 2002 — 613; 2010 — 569 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (элекке мәсет бинаһы, таштан, 20 б. башы архитектура ҡомартҡыһы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Троицк өйәҙе Әмин а. (хәҙ. Силәбе өлк. Уй р‑ны) типтәрҙәре Мулдаш исеме (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы Көсөк Мулдашев билдәле) м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 30 йортта 268 кеше йәшәгән, 1866 й. 112 йортта — 824 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 2010 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Р.В.Моратшин, М.А.Хәйҙәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке