ӨПӘЛЕ ЗАВОДТАРЫ, Үрге Ө.з. 1760 й. Себер даруғаһының Ҡатай һәм Шуран улусы башҡорттары ерендә — И.П. (Кесе) Мосолов (ҡара: Мосоловтар), Түб. Ө.з. 1818 й. (башҡа сығанаҡтар б‑са, 1813 й.) М.П.Губин (ҡара: Губиндар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ Өпәле й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында нигеҙ һалына. Хужалары: Мосоловтар, 1792 й. алып һәм 1867 й. — Губиндар, 1861 й. — ҡаҙна, 1881 й. — Һирге-Өпәле тау заводтары ширҡәте; 1917 й. национализацияланалар. Һирге-Өпәле тау округына ингән. Үрге з‑д — 1761 й., Түб. з‑д 1818 й. эшләй башлай. Үрге з‑дта — 3 крица сүкеше, домна мейесе, 1900 й. 6 пудлингылау, 2 йәбештереү мейесе, 2 прокат станы, һауа өрҙөрөү машинаһы, домна, пар сүкеше; Түб. з‑дта 5 сүкеш, 2 домна мейесе, 1859 й. 12 крица горны, 9 йәбештереү, 3 пудлингылау, 1 домна һәм 1 ҡыҙҙырыу мейесе, 1906 й. 2 мартен һәм 1 домна мейесе, 3 табаҡ прокатлау станы, 1 ҡаҙанлыҡ һәм 1 эре сортлы прокат станы була. 18 б. аҙ. Үрге Ө.з. — 8 руднигы, 99,9 мең дисәтинә ере була, 19 б. Түб. Ө.з. 103 мең дисәтинә ер биләй. 1772 й. Үрге з‑дта 242 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 1900 й. 2702 эшсе иҫәпләнә; 19 б. 2‑се ярт. Түб. з‑д ҡасабаһында 4,5 меңгә яҡын кеше йәшәй. Үрге з‑дта 1783—96 йй. 923,1 мең бот суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына 71 мең бот тәшкил итә, макс. етештереүсәнлек — 95,2 мең бот (1791). 1800 й. суйын иретеү 46,7 мең бот, тимер — 22,1 мең бот була, 1858 й. — ошоға ярашлы 185,9 һәм 72,9 мең бот; 1901 й. 629,5 мең бот суйын, 220,2 мең бот пудлинг тимере, 215 мең бот буй тимер, 4,4 мең бот түбә ҡалайы, 1914 й. 388 мең бот суйын, 438,6 мең бот түбә ҡалайы сығарыла; Түб. з‑дта 1822 й. 55,2 мең бот тимер, 41,2 мең бот суйын етештерелә, 1860 й. ошоға ярашлы — 230,8 һәм 117,9, 1900 й. — 620,8 һәм 508,1, 1913 й. — 390,1 һәм 392,7, мартен ҡойолмалары — 1088,8 мең бот. Үрге Ө.з. табаҡлы тимер сығарылған. 1822 й. — ҡойоу производствоһы, 1849 й. тимер етештереүҙең контуаз ысулы, табаҡлы һәм ҡаҙан тимере өсөн буй ҡалай етештереү индерелә. 1885 й. пудлингылау һәм прокатлау ф‑каһы төҙөлә. 1902 й. алып завод башлыса түбә ҡалайы сығарыу м‑н шөғөлләнә. Беренсе донъя һуғышы башында ш. уҡ ҡорал һәм сәнскеле тимер сыбыҡ өсөн сортлы тимер етештерә. Түб. Ө.з. 1850 й. — тимерҙе контуаз ысул м‑н алыу, 1851 й. пудлингылау үҙләштерелә. 1870 йй. ҡарай завод штык һәм ҡойоу суйыны, буй тимер, болванка, буй ҡалай, пудлинг һәм крица киҫәктәренән — шин, карета, буй, алты ҡырлы һәм атлама тимер етештерә. 1897—1903 йй. мартен производствоһы индерелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Үрге Ө.з. эшләмәй, емерелә. 1775 й. тергеҙелә. Революция (1917) ваҡытында заводта производство барышына эшсе күҙәтеүе индерелә. Граждандар һуғышы ваҡытында 1918 й. уртаһында — 1920 й. завод эшләмәй, эшселәрҙең күпселеге РККА ғәскәрҙәренә ҡушыла. Түб. завод 1919 й. туҡтатыла, һуңыраҡ эшен дауам итә. 1922 й. Үрге һәм Түб. Ө.з. Өпәле металлургия з‑дына берләштерелеп, уның нигеҙендә “Өпәле металл изделиелар заводы” ЯСЙ ойошторола. Хәҙ. Үрге һәм Түб. Ө.з. ҡасабалары урынында Силәбе өлк. Үрге Өпәле ҡ. һәм Түб. Өпәле ҡасабаһы урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018