ӨМӨТБАЙ, Кирәй, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 76 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Бүреле й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 403 кеше; 1920 — 621; 1939 — 423; 1959 — 425; 1989 — 515; 2002 — 570; 2010 — 535 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1813 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының Мәхмүт һәм Хәлил аа. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Сотник Өмөтбай Тәнекәев исеме м‑н аталған. 1866 й. Ө. (Кирәйҙә) 41 йортта 266 кеше йәшәгән. Мәсет булған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән.

 

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.