ӨМӨТБАЙ, Ҡ а л м а ҡ, Я х ъ я, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Һарайҫа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 39 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 178 кеше; 1920 – 202; 1939 – 230; 1959 – 206; 1989 – 140; 2002 – 104; 2010 – 113 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әбделғәзиз, Әбделмән, Әмир, Хәмит Өмөтбаевтар билдәле. Яҡынса, 18 б. аҙ. ауыл кешеләренең бер өлөшө Яхъя а. (20 б. 20‑се йй. алып Ө. м‑н бергә иҫәпкә алына) нигеҙ һала. 1865 й. 33 йортта 164 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне булған. С.Х.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.