ӨМӨТБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Йомран-Табын улусы Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Өмөтбай Мырҙашев. 1683 й. Йомран-Табын улусы ерҙәрен биләүгә батша грамотаһы ала. Үҙ улусы‑ нан аманат була. Ө. нәҫеленән иң билдәлеләре: Көҫәпҡол Ғәббәс улы Ө. (1789—?), зауряд-яҫауыл. 1816 й. йорт старшинаһы ярҙамсыһы; уның ҡустыһы Ниғмәтулла Ғәббәс улы Ө. (1799—?), урядник; Ишмөхәмәт Ишеғол улы Ө. (1803—61), яҫауыл. 1817 й. алып 8‑се кантонда хеҙмәт итә: 1826 й. башлап йорт старшинаһы писары, 1836 й. — кантон башлығы, 1855 й. — 25‑се башҡ. кантоны башлығы. 1818 й., 1821 й. — Ырымбур сик һыҙығында Орск һәм Таналыҡ ҡәлғәләрендә, 1831—32 йй. 5‑се Башҡ. полкы составында Могилёв, Чембарск ҡҡ. хеҙмәт итә. 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән. Уның туғандары: Динмөхәмәт Ишеғол улы Ө. (1805—53), хорунжий; Ҡаһарман Ишеғол улы Ө. (1808—57), зауряд-хорунжий. Көҫәпҡол Ғәббәс улы Ө. улы — Дәүләтбай Көҫәпҡол улы Ө. (1823—?), зауряд-хорунжий. 1859 й. йорт старшинаһы. Ишмөхәмәт Ишеғол улы Ө. улдарынан иң билдәлеләре: Фәхретдин Ишмөхәмәт улы Ө. (1831—?), зауряд-яҫауыл. 1848 й. алып 9‑сы башҡ. кантонында, 1849 й. — Башҡорт ғәскәре командующийы ҡарамағында, 1850 й. — йәмәғәт башҡ. ғәскәре з‑дында, 1851 й. — Башҡ. ғәскәре командующийы ҡарамағындағы канцелярияла, 1852 й. — йыйылма Башҡ. уҡыу полкында хеҙмәт итә, 1856—60 йй. 27‑се башҡ. кантоны идарасыһы була. 1856 й. Мәскәүҙә Александр II тәхеткә ултыртҡанда башҡ. делегацияһына етәкселек итә; Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Ө. (ҡара: М.И. Өмөтбаев); Сөләймән Ишмөхәмәт улы Ө. (1850—?), улус старшинаһы. Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Ө. улдарынан иң билдәлеһе Баязит Мөхәмәтсәлим улы Ө., Ибраһим а. указлы мулла. Хажға бара. Ө. нәҫеле 19 б. 2‑се ярт. Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Ә.З.Әсфәндиәров, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018