ӨЛКӨНДӨ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Өлкөндө а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1883 кеше; 1920 – 2472; 1939 – 1744; 1959 – 1726; 1989 – 1425; 2002 – 1464; 2010 – 1255 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1781 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 273 йортта 1657 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, ат тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Өлкөндө эргәһендәге карст һаҙлыҡтары комплексы – тәбиғәт ҡомартҡыһы. С.Ф.Вәлиев, Н.Ғ.Ғизбуллин, А.Ғ.Ғәйнанов, Ә.Ерикәй, Р.Р.Әхмәтов ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.