ӨЙҘӨРӘКБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2117 кеше; 1920 — 2832; 1939 — 1508; 1959 — 838; 1989 — 510; 2002 — 570; 2010 — 540 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Уран улусының Эткенә а. (хәҙ. Яңауыл р‑ны) башҡорттары һәм мишәрҙәр нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 42 йортта 287 кеше йәшәгән, 1865 й. 210 йортта — 1215 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр.  2 мәсет, училище, 2 һыу һәм 2 ат тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, татар училищеһы, тимерлек, 2 һыу тирмәне, 5 бакалея кибете теркәлгән. М.Н.Ғайсина, Х.И.Ишбулатов, Ф.МостафинаНиғмәтуллина, Ғ.Ниғмәти, Д.В.Әмирханов, Х.Ш.Әһлиуллин ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке