ӨЙҘӨРӘК, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сафар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 251 кеше; 1959 – 507; 1989 – 503; 2002 – 397; 2010 – 431 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дурасов урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында артель булараҡ нигеҙ һалына. 30‑сы йй. алып Яңы Өйҙөрәк а. тип иҫәпкә алынған. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке