ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т.‑юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 714 кеше; 1920 – 949; 1939 – 633; 1959 – 483; 1989 – 499; 2002 – 472; 2010 – 423 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 19 б. башында керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Күл-Иле-Мең (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Илекәй-Мең) улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Стәрлетамаҡ өйәҙенең яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. 1807 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Ҡазан губернаһы Ядринск өйәҙенән сыуаштарҙың яңы төркөмө күсеп ултырған. 1865 й. 61 йортта 366 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, мөгәзәй булған. И.И.Захаров, И.П.Леонтьев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.