ОШМЯНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Кесе Огрязь й. (Иҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 74 кеше; 1920 – 203; 1939 – 135; 1959 – 231; 1989 – 235; 2002 – 243; 2010 – 252 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Орловка төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19—20 бб. араһында Өфө өйәҙендә Ошмянский бүлендек ауылы итеп нигеҙ һалына. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен ала. 1953—2005 йй. 1‑се һәм 2‑се Ошмянка аа. булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.