ОЧАКОВ ПЕХОТА ПОЛКЫ 190‑сы, 1910 й. 20 февр. Өфөлә 208‑се Очаков һәм 209‑сы Николаев (1‑се батальон) пехота пол‑ ктары частарынан 243‑сө Златоуст резерв батальоны базаһында ойошторола. О.п.п. 24‑се армия корпусының 48‑се пехота див. составына ингән. Рус-япон һуғышында (1904—05) һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1918 й. февр. таратыла. Полк ком.: полковниктар П.Н.Любавский (1910 й. июне — 1915 й. ғин.), В.Ф.Побоевский (1915 й. март—апр.), И.А.Пронин (1916 й. дек. — 1917 й. нояб.), С.Ғ.Бикмәев (1916 й. дек. — 1917 й. ғин. вазифа башҡарыусы), штабс-капитан Н.Г.Младенов (1917 й. дек.), П.Шишкин (1918 й. ғин.), полк. Г.И.Сахаров (1918 й. февр.—марты).

Әҙәб.: Г е р н Н.В. Краткая история 190‑го Очаковского полка. Уфа, 1911.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика