ОТРУБ, Рәсәйҙә 20 б. башында крәҫтиәндәргә община еренән хосуси милек итеп бүлеп бирелгән ер участкаһы. О. Столыпин аграр реформаһын үткәреү осоронда барлыҡҡа килә. Общинанан сыҡҡан крәҫтиәндәргә үҙенең баҫыу өлөштәрен бер урынға — О. — туплап, хосуси милек итеп нығытырға рөхсәт ителә. Утарҙан айырмалы рәүештә, О. йорт хужалығы күсерелмәгән. 1907—15 йй. Өфө губ. крәҫтиән хужалыҡтарының 15%‑ы общинанан сыға һәм ерен хосуси милке итеп нығыта, 1435 О. һәм утар барлыҡҡа килә, Ырымбур губ. крәҫтиән хужалыҡтарының 31%‑ы 2780 О. һәм утар хасил итә; О. утарҙарға ҡарағанда 3 тапҡырға күберәк була. Башҡ. крәҫтиәндәре араһында ерҙе хосуси милеккә алыу урыҫтарға ҡарағанда аҡрыныраҡ бара, сөнки ергә аҫабалыҡ хоҡуғы уларҙы бүлеп алыуға ҡамасаулай. Күп кенә ярлы крәҫтиәндәр О. алыу м‑н уны һатып ебәргән. 1915 й. тиклем Өфө губ. общинанан сыҡҡан крәҫтиән хужалыҡтарының — 9770‑һе, Ырымбур губ. 5342‑һе үҙ өлөшөн һата. Национализациялау барышында О. бөтөрөлә, яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда тағы барлыҡҡа килеп, коллективлаштырыу йылдарында юҡҡа сыға.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика