ОТРАДА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ-Асҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 137 кеше; 1939 — 236; 1959 — 128; 1989 — 185; 2002 — 234; 2010 — 208 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә “Отрада” артеле ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына (элекке Аристов утары урынында). 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. М.И.Рабовалюк ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.