ОТНУРОК, Белорет р‑нындағы ауыл, Нура а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 20 км һәм Белорет т. юл ст. 25 км алыҫлыҡта Нура й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 222 кеше; 1989 — 307; 2002 — 253; 2010 — 239 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Нура урман сәнәғәте хужалығында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығында эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 40‑сы йй. ағас әҙерләү участкаһы ойошторолғандан һуң махсус ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. башлап ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика