ОСТРОГРАДСКИЙ Борис Александрович (28.9.1879, Чернигов губ. — 23.10.1950, Иркутск өлк. Тайшет ст. янында), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑майор (1919). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Елизаветград кавалерия уч‑щеһын (1900) һәм Кавалерия мәктәбен (С.‑Петербург, 1912) тамамлаған. 1900—17 йй. рус армияһында, 1918 й. июнь—нояб. Халыҡ армияһында, 1919—20 йй. Рус армияһында. 1918 й. июленән кавалерия инспекторы, 1919 й. мартынан 2‑се кавалерия див. 1‑се Өфө кавалерия бригадаһы (ҡара: Өфө кавалерия дивизиялары) ком., 1920 й. мартынан Алыҫ Көнсығыш армияһы штабында махсус эштәр б‑са ген., 1921 й. сент. алып Амур буйы хөкүмәте ғәскәрҙәре командующийы эргәһендә эштәр б‑са генерал. 1922 й. окт. Ҡытайға сығып китә, 1946 й. СССР‑ға әйләнеп ҡайта. Пермь өлк. Соликамск ҡ. эшләй. Георгий ҡоралы м‑н бүләкләнгән. 1948 й. репрессиялана, 1992 й. аҡлана.

Әҙәб.: В о л к о в Е. Судьба колчаковского генерала. Екатеринбург, 1999.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика