АПАТИТ (гр. apatē — ялған), фосфаттар класы минералы, Ca5[PO4]3(F, Cl, OH)2, составында марганец, стронций, магний, тимер, торий һәм ерҙәһирәк элементтар булыуы мөмкин. Кристалдары алты ҡырлы оҙонса призма, пластинка рәүешендә һәм энәле. Агрегаттары бөртөклө, ҡайһы берҙә бөрө һымаҡ, оолитлы. Төҫө күбеһенсә йәшкелт, алһыу, зәңгәрһыу. Ҡатылығы 5; тығыҙлығы 3000—3800 кг/м3, йәбешкәклеге камил түгел. Фосфорлы ашламалар, фосфор һәм уның берләшмәләрен етештереү өсөн сеймал. Көньяҡ Уралдың Әшә (Силәбе өлк.) һәм Һәләүек (Ишембай р‑ны) фосфорит ятҡылыҡтарында А. микрокристаллы агрегаттары осрай.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке