ОСОРГИН, Өфө р‑нындағы ауыл, Таптыков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 772 кеше; 1920 – 972; 1939 – 1167; 1959 – 490; 1989 – 128; 2002 – 185; 2010 – 238 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына. Ильиндарҙың ырыу имениеһы булған. 1865 й. 4 ауыл теркәлгән: О. (Филиппович; 11 йортта 77 кеше йәшәгән), О. (Нагаткин; 45 йортта – 344 кеше. Тауыҡ үрсеткәндәр, һыу тирмәне булған), О. (Нагаткин, Горельск; 23 йортта – 159 кеше. Улус идараһы урынлашҡан) һәм О. (Ильин; 24 йортта – 155 кеше), улар 1906 й. Осор‑ гин а. тип иҫәпкә алынған. 2 бакалея кибете теркәлгән. 1992—2004 йй. Өфө составында була.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика