ОСОКИНДАР, завод хужалары. Крепостной крәҫтиәндәрҙән. 18 б. башында иген сауҙаһы м‑н шөғөлләнәләр, Ҡазанда буҫтау мануфактураһы һәм Балахна тоҙ приискылары хужалары булалар. Нәҫелде башлап ебәреүселәр — ике туған Пётр Игнатьевич һәм Гавриил Полуэктович О., 1728 й. Түб. Ирген з‑дына (ҡара: Ирген заводтары), 1733 й. Йоҡ (Кнауф) заводына нигеҙ һалалар. 1734 й. мөлкәтте бүлешкәндән һуң Пётр Игнатьевич О. Түб. Ирген з‑ды эләгә, 1741 й. ул уның эргәһендә еҙ ф‑каһын төҙөй. 1740 й. Биҙәр заводына нигеҙ һала, 1747 й. Наҙы-Петровск заводын төҙөй башлай (1751 й. уны Мосоловтарға һата), 1760 й. Түб. Һарына з‑дына нигеҙ һала (ҡара: Һарына заводтары); Гавриил Полуэктович О. (?—1757) 1734 й. Йоҡ (Кнауф) з‑дын милеккә ала. 1739 й. Курашим баҡыр иретеү з‑дына нигеҙ һала. Уның улдарынан иң билдәлеһе Иван Гавриилович О., 1752 й. Үрге Троицк заводына, 1760 й. Түбәнге Троицк заводына һәм Өҫән-Ивановка заводына нигеҙ һала. Гавриил Полуэктович О. ейәне Иван Петрович О. (20.6.1745—30.6.1808, С.‑Петербург), подполковник, коллегия советнигы, дворян (1779 й. алып). 1769 й. Пётр Игнатьевич О. Биҙәр, Түб. Ирген һәм Түб. Һарына з‑дтарын һатып ала, 1771 й. Үрге Ирген з‑дын төҙөй. 1775 й. Омутнинск домна-сүкеш з‑дын төҙөй, Пудем тимер етештереү һәм Мишә баҡыр иретеү з‑дтарына (барыһы ла — Ҡазан губернаһының Вятка провинцияһы) хужа була. 18 б. аҙ. Омутнинский һәм Пудем з‑дтарын — сауҙагәр А.М.Пастуховҡа, Мишә з‑дын — Коровинға, 1804 й. Биҙәр, Үрге һәм Түб. Ирген, Курашим, Түб. Һарына һәм Йоҡ (Кнауф) з‑дтарын А.А.Кнауфҡа һата. 19 б. 1‑се ярт. Иван Петрович О. вариҫтары Өҫән-Ивановка, Үрге һәм Түб. Троицк з‑дтарын Д.Е.Бенардакиға (ҡара: Бенардакиҙар) һата. Шулай уҡ Василий Игнатьевич О. һәм Фёдор Фёдорович О. билдәле, улар 1755 й. Бемыш заводына нигеҙ һала, 1777 й. уны Е.И.Лебедевҡа һаталар.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика