ОСИПОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 77 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 163 кеше; 1920 – 210; 1939 – 169; 1959 – 158; 1989 – 445; 2002 – 425; 2010 – 364 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Өфө өйәҙендә Осипов (Михеев) бүлендек ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 31 йортта 170 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018