ОСИНОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Осиновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 720 кеше; 1920 — 820; 1939 — 650; 1959 — 317; 1989 — 963; 2002 — 1055; 2010 — 980 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта һәм музыка мәктәптәре, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

 Ауылға Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1725 й. алып билдәле. 1865 й. 80 йортта 530 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Буяу з‑ды булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. Г.С.Овчинников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика