ОРСК ӨЙӘҘЕ, 1865 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур өйәҙенең көнсығыш, Верхнеурал өйәҙенең көньяҡ өлөшө инә. 19 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта — Өфө губернаһы, төньяҡта һәм көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Турғай өлкәһе, көнбайышта Ырымбур өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Орск ҡалаһы (Яман ҡала). Майҙаны — 46440 км2 (1897). Халҡы: 1897 й. — 206944 кеше (башҡорттар — 88506, белорустар — 1694, мордвалар — 7626, сыуаштар — 2095, татарҙар — 14040, украиндар — 8963, урыҫтар — 83419 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 138929 крәҫтиән, 24618 мещан, 610 дворян һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 102881, православие динендәгеләр — 103904 (ш. иҫ. 4731 старообрядсы) һ.б. диндарҙар 1866 й. өйәҙ терр‑яһында 305 торама пункт, 3 стан була. 1890 й. 12 улус (Александровка, 1‑се Бөрйән, 2‑се Бөрйән, 3‑сө Бөрйән, Ҡананикольский, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ, Преображенка, Түңгәүер, 1‑се Үҫәргән, 2‑се Үҫәргән, 3‑сө Үҫәргән, 4‑се Үҫәргән) һәм 6 ста‑ ница (Воздвиженка, Гирьял, Ильинка, Кваркен, Орск, Таналыҡ), 1917 й. 21 улус теркәлгән. Халҡы, нигеҙҙә, игенселек, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында Преображенск заводы эшләй. 5 йәрминкә үткәрелә (1866). 1913 й. Троицк т. юлын (Ырымбур— Орск, Троицк—Орск участкаларын) төҙөү башлана. 131 мәсет, 17 сиркәү, 4 часовня була (1866). 1919 й. О.ө. 12 улусы — Бөрйән‑Түңгәүер кантоны, 16 улусы Үҫәргән кантоны составына инә. Өйәҙ 1920 й. бөтөрөлә.

Әҙәб.: Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.28. Оренбургская губерния. СПб., 1904.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Картала: Орск өйәҙе (19 б. аҙ.)

Яндекс.Метрика