ОРСК ҠӘЛҒӘҺЕ, 1735 й. И.К.Кирилов тарафынан ҡаҙаҡ далалары һәм Өфө провинцияһының Бөрйән, Ҡыпсаҡ улустары сигендә Ур й. һул ярында, ул Яйыҡ й. (ҡара: Урал) ҡойған урында Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе итеп нигеҙ һалына. 1739 й. һыу баҫыу арҡаһында Ырымбур яңы урынға күсерелә, унан ҡалған торама О.ҡ., 1861 й. алып станица тип атала. Ур й. исеме м‑н аталған. О.ҡ. Ырымбур сик һыҙығының Орск дистанцияһы үҙәге була. 1737 й. 500 кеше йәшәгән: 3 мордва, 248 разночинец, 95 һөргөнсө, 150 Өфө һәм 3 Яйыҡ казагы, 1 татар. 1741 й. — 136, 1856 й. 1500‑ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Халыҡ башлыса игенселек, малс‑ҡ, сауҙа, ваҡ һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән. Алыш‑биреш йортонда Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа алып барылған. 1813 й. 100‑ҙән ашыу хужалыҡ теркәлгән. Ҡәлғә төҙөү башҡорт ихтилалдарының (1735—40) төп сәбәптәренең береһе була: бында хөкүмәт ғәскәрҙәре урынлаша, баш күтәреүселәр язалана. 19 б. 30‑сы йй. Рәсәй сиктәре көнсығышҡа табан киңәйгәс, ҡәлғә үҙенең хәрби әһәмиәтен юғалта. 1837 й. июнендә О.ҡ. буласаҡ император Александр II булып китә. Ырымбур губернаһын һәм Өфө губернаһын ойош‑ тороу т‑дағы 1865 й. указ б‑са станица өйәҙ ҡалаһы статусын ала (ҡара: Орск) һәм Орск өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Әҙәб.: Орск мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика