ОРСАЕВ Егор Орсаевич [12.6.1910, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Камай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 25.9.1951, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мишкә р‑нының “Ленин юлы” к‑зында бригадир булып эшләй. 1942 й. алып Сталинград, Дон, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 214‑се уҡсылар див. 683‑сө артиллерия полкының орудие ком. сержант О. 1945 й. 26 ғин. Олау ҡ. (хәҙ. Олава ҡ., Польша) тирәһендә Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) “Ленин юлы” к‑зы рәйесе була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. О. исеме м‑н Мишкә р‑нының Мишкә а. һәм тыуған ауылында урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Герой иҫтәлегенә йыл һайын спорт саралары уҙғарыла.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика