ОРОНДО, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 69 км алыҫлыҡта Бағармыш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 574 кеше; 1920 — 542; 1939 — 567; 1959 — 342; 1989 — 223; 2002 — 234; 2010 — 192 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Өфө өйәҙендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1802 й. алып билдәле. 1865 й. 47 йортта 273 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. А.П.Пинкевич ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика