АПАКАЕВ Пётр Андреевич (2.8.1936, БАССР-ҙың Ҡалтасы р-ны Иҫке Уръябаш а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1999), проф. (1993). Мари ССР-ының атҡ. фән эшмәкәре (1991), Мари АССР‑ының атҡ. уҡытыусыһы (1969). Мари пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) 1-се респ. музыка-художество мәктәп‑интернаты (Йошкар‑Ола) уҡытыусыһы, 1972 й. алып милли мәктәптәр ҒТИ‑ның (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1977 й. башлап КПСС-тың Мари өлкә ком‑ты бүлеге инструкторы, 1982 й. алып В.М.Васильев ис. Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1986 й. башлап Мари пед. ин‑тында (2001 й. тиклем башланғыс белем биреү пед. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре пед. һәм мәғариф тарихы, этнопедагогика, мәктәптә мари теле һәм мари әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ балалар өсөн нәфис әҫәрҙәр авторы. Я.Ялкайн ис. пр. лауреаты (2003).

Хеҙм.: Образование и просветительское движение в Марийском крае. Йошкар-Ола, 2002; Путь к сердцу ребенка. Йошкар-Ола, 2003; Педагоги и педагогика. Йошкар-Ола, 2007.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.