ОРЛОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Тәнәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Казанка й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 217 кеше; 1959 — 231; 1989 — 115; 2002 — 155; 2010 — 152 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантонында ш. уҡ кантондың Тәнәй а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 20 йорт теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика