ОРЛОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 237 кеше; 1959 – 160; 1989 – 362; 2002 – 450; 2010 – 378 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында нигеҙ һалына. 1925 й. 38 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика