ОРЛОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 93 км һәм Оло Теләк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 126 кеше; 1939 – 227; 1959 – 181; 1989 – 146; 2002 – 137; 2010 – 90 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә Орлов утары булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Германов утары исеме м‑н билдәле булған. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемдәге ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика