ОРЛОВКА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 94 км алыҫлыҡта Менәнде й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 32 кеше; 1959 — 194; 1989 — 124; 2002 — 112; 2010 — 82 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй өйәҙендә урыҫтар нигеҙ һала. Шулай уҡ Весёлая Орловка исеме м‑н билдәле булған. 1925 й. 8 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика