ОРЛОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Орловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Буста й. (Гәрәй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 490 кеше; 1920 — 419; 1939 — 654; 1959 — 387; 1989 — 330; 2002 — 340; 2010 — 374 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урыҫ крәҫтиәндәре Орлов яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала, 1891 й. алып билдәле. 1896 й. 68 йортта 326 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, мөгәзәй, 2 сауҙа кибете булған. 1906 й. сиркәү (1891 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика