ОРЛОВКА, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 76 км һәм Алтынташ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Мейәс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 919 кеше (Орловка утары халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән); 1959 — 422; 1989 — 283; 2002 — 320; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Тамъян‑Ҡатай кантонында алтын приискылары ойошторолоуға бәйле Орловка приискыһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. ҡасабаға 20‑се йй. нигеҙләнгән Орловка утары ҡушылған. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 80‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика