ОРЛОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Орловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 330; 1989 — 287; 2002 — 308; 2010 — 300 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Ҡыҙыл Еҙем а. кешеләре Орловский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика