АҢ, кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте; философия, психология һәм социологияның төп төшөнсәләренең береһе. А. шәхси һәм ижт.; кешеләр араһындағы барлыҡ мөнәсәбәттәрҙә сағылыш ала һәм сәйәси, хоҡуҡи, әхлаҡи, дини, ғилми һ.б. булараҡ билдәләнергә мөмкин. Урыҫ дини филос. (С.Н.Булгаков, В.С.Соловьёв, П.А.Флоренский һ.б.) А. Алла тарафынан барлыҡҡа килтерелгән идеаль субстанция булараҡ ҡарала; материализм һәм позитивизмда (П.Л.Лавров, И.М.Сеченов, Н.Г.Чернышевский) — рефлекслы эшмәкәрлеккә нигеҙләнгән һәм мейе м‑н бәйле психик функция; диалектик материализмда (Н.И.Бухарин, В.И.Ленин һ.б.) — мейе функцияһы, объектив ысынбарлыҡтың сағылышы. Д.И.Дубровский һ.б. А. кибернетика һәм юғары нервы эшмәкәрлегенең физиологияһы ысулдары ярҙамында ҡарай. Э.В.Ильенков кешенең ижт.‑практик эшмәкәрлегенең үҙенсәлекле продукты булараҡ А. идеаллеге концепцияһын тәҡдим итә, был психологтар Л.С.Выготский, П.Я.Гальперин, В.В.Давыдов, А.Н.Леонтьев хеҙмәттәрендә сағылыш таба. Башҡортостанда А. проблемалары А.Й.Зарипов һәм Ф.С.Фәйзуллин (этник үҙаң), Ю.А.Калиев (мифол. А. һәм уның этномәҙәни статусы), Д.Г.Курачёв (дини үҙаң һәм конфессиональ мөнәсәбәттәр), С.М.Поздяева, И.В.Фролова (А. тибы булараҡ соц. утопия), В.К.Сәмиғуллин (хоҡуҡи А.) һ.б. хеҙмәттәрендә тикшеренеү предметы булып тора. Шулай уҡ ҡара: Донъяға ҡараш.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке