ОЛЬХОВЫЙ, 119‑сы йылҡысылыҡ заводының үҙәк усадьбаһы, Өфө р‑нындағы ауыл, Ольховка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 35 км һәм 24‑се км т. юл разъезынан Т.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 510 кеше; 1959 — 517; 1989 — 721; 2002 — 790; 2010 — 889 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). О. Йылҡысылыҡ заводы №119 урынлашҡан, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. йылҡысылыҡ з‑ды ойошторолоуға бәйле Үҙәк усадьба ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика