ОЛЬХОВКА, А к т а ш, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 336 кеше; 1989 — 249; 2002 — 221; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дим урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пун‑ кты бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Союзскотоводтрест” Башҡ‑н контораһының Дим с‑зы ойошторолоуға бәйле совхоздың 2‑се ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1989 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика