ОЛОЯЛАН, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫәнбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 130 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 275 кеше; 1959 — 194; 1989 — 140; 2002 — 134; 2010 — 88 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫәнбай төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1928—29 йй. Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Иҫәнбай а. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.