ОЛОЙЫЛҒА, Белорет р‑нындағы ауыл, Ишле а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Көнб. 50 км алыҫлыҡта Һүренйәк й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 272 кеше; 1959 — 382; 1989 — 612; 2002 — 504; 2010 — 453 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Тамъян-Ҡатай кантонында тар колеялы Белорет (хәҙ. Куйбышев) тимер юлын төҙөгән ваҡытта Олойылға станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2006 й. хәҙ. статусын, 2008 й. хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика