ОЛОЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 55 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 166 кеше; 1920 — 197; 1939 — 246; 1959 — 281; 1989 — 251; 2002 — 195; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡышлауйылға урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙе Ҡара‑Танып улусы Иҫке Ҡаҙансы а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1896 й. 25 йортта 125 кеше йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика