АНЦУБ ЗАВОДЫ, 1730 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1728 й.) Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Анцуб й. буйында (Кама й. басс.) крәҫтиән И.В.Тряпицын, сауҙагәр Г. һәм К.Вяземскийҙар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Тряпицын һәм Вяземскийҙар, 1735 й. алып С.Иноземцев. 2 баҡыр иретеү мейесе һәм 1 гармахер горны була. Башлыса ирекле ялланған эшселәр эшләй. Эшләү дәүерендә 6873 бот саф баҡыр иретелә (йылына 200—1300 бот). 1733—34 йй. эшләмәй, 1743 й. ябыла.

Әҙәб.: Аннинский заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлеева

Текст на русском языке